Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 12:16 - Изге Яҙма

16 Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең баш бала булыу хоҡуғын һатҡан Ғаяз кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

16 Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең өлкән ул булыу хоҡуғын һатҡан Исав кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең баш бала булыу хоҡуғын һатҡан Ғаяз кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 12:16
20 Iomraidhean Croise  

Әйтте Ғаяз: – Уның исеме юҡҡа ғына Яҡуп түгел – ул мине ике тапҡыр отто инде! Тәүҙә ул минең баш бала булыу хоҡуғымды тартып алды, ә хәҙер миңә тейешле фатиха ла юҡ! – Шулай итеп, минең өсөн бер ниндәй ҙә фатиха ҡалманымы ни инде? – тип һораны Ғаяз атаһынан.


яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү,


Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ.


ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»


Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды.


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, тәҡүәһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan