Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 11:9 - Изге Яҙма

9 Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ерҙә сатырҙа йәшәп, килмешәк булып килеп урынлашҡан. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуб та изге сатырҙа йәшәй. Уларға ла уның менән бергә шул уҡ мираҫ вәғәҙә ителгән була.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 11:9
22 Iomraidhean Croise  

Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Негевтан ул, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ғай араһындағы әүәл сатыр ҡорған урынға етте.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине: – Өс сеа иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер.


– Ҡатының Сара ҡайҙа? – тип һораны ҡунаҡтар. – Бында, сатырҙа, – тип яуапланы Ибраһим.


Ибраһим пелештиҙәр ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне.


– Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡынамын. Мәрхүмә ҡатынымды дәфен ҡылыу өсөн миңә биләмә итеп зыярат урыны һатһағыҙ ине.


Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине.


Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!


Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде. Яҡуп, Ғилғәд тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән бергә шунда сатырҙарын ҡорҙо.


Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.


Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре мал-тыуарҙарына етмәне.


– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.


Шунда исраилдар Раббының һүҙенә инандылар, Уға маҡтау йырланылар.


Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ».


Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan