Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Еврейҙарға 10:4 - Изге Яҙма

4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Еврейҙарға 10:4
19 Iomraidhean Croise  

Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.


Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.


«Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» тотош яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».


Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.


Һәр ҡаһин, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡабат-ҡабат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай,


Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде.


Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай.


Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan