5 Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр.
Уларҙың тоҡомдары килеп, шул ергә хужа булды. Һин был ер кешеләрен, ҡәнғәниҙәрҙе, уларға буйһондорҙоң; батшаларын, шул ерҙәге халыҡтарҙы уларҙың ҡулына биреп, ни теләһәләр, шуны ҡылырға ихтыяр ҡуйҙың.
Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны.
Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.
Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене үлтереп юҡ итте.
Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.
Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер,