Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:30 - Изге Яҙма

30 Мордехай Ахашверош батшалығының йөҙ ҙә егерме ете өлкәһендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә тыныслыҡ һәм именлек теләктәре менән тулы хаттар ебәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:30
7 Iomraidhean Croise  

Сара йөҙ ҙә егерме ете йыл йәшәне.


Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.


Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.


Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр.


Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә, эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan