26 Шуға ла был көндәр «пур» һүҙенән Пурим тип атала. Шулай итеп, йәһүдтәр Мордехайҙың хатында яҙылғандарҙы, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе һәм үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе иҫтә тотоп,
Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө.
Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе.
Пурим байрамы тураһындағы ҡағиҙәләр, Эстерҙың бойороғо менән раҫланып, китапҡа яҙып ҡуйылды.
Ул көндө Исраилда, диңгеҙҙән көнсығышта, Сәйәхәтселәр үҙәнендә Гогҡа бер ҡәбер урыны бирермен. Ул үтеп йөрөүселәрҙең юлына кәртә булып торор. Унда Гогты бөтөн өйөрө менән ерләрҙәр һәм Һамон-Гог үҙәне тип атарҙар.
Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.