Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:22 - Изге Яҙма

22 Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:22
24 Iomraidhean Croise  

Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә.


Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.


Шул саҡтан алып йәһүдтәр, Мордехайҙың яҙғанын ҡабул итеп, үҙҙәре башлағанды йолаға әйләндерҙе.


Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.


Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр,


Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.


Дошмандарым арҡаһында мин хур булдым, Хатта яҡындарым араһында. Мине күреп таныштарҙың ҡото оса, Урамда осрағандар боролоп ҡаса.


Телһеҙ-яуапһыҙ бәндәгә, Бер һаңғырауға әйләндем.


Раббы һеҙҙе ҡайғы-ғазаптарҙан, ҡурҡыуҙан, ауыр эштән ҡотҡарған көндө,


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр.


Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.


Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырышам.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә берәй урында йәшәгән ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе фәҡирләнһә, күңелегеҙҙе ҡатырмағыҙ, ярлы туғанығыҙ алдында усығыҙҙы йоммағыҙ.


Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ.


Аллаң һайлаған урында Раббы барлыҡ уңышыңа һәм эштәреңә фатиха биргәнгә шатланып, Аллаң Раббы хөрмәтенә ете көн буйы байрам ит. Рәхәтләнеп күңел ас!


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan