Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:21 - Изге Яҙма

21 Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:21
8 Iomraidhean Croise  

Был йорт Дарий батша хакимлығының алтынсы йылында адар айының өсөнсө көнөнә төҙөлөп бөттө.


Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө.


Был адар айының ун өсөнсө көнөндә булды, ә ун дүртендә улар ял итте – был көн мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.


Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.


Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе.


Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.


үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте.


Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan