Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:2 - Изге Яҙма

2 Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:2
12 Iomraidhean Croise  

Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.


Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.


Юҡсыл менән хәйерсене ҡыҙғаныр, Мохтаждарға ярҙам итер.


Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен.


Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!


Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.


Раббы Үҙе был халыҡтарҙың күңелдәрен ҡатырҙы, улар Исраил менән һуғышһындар ҙа, Раббы Мусаға бойорғанса, исраилдар уларҙы харам ҡылып юҡ итһен, был халыҡтарға аяу булмаһын, улар бөтәһе лә ҡырылып бөтһөн өсөн эшләнде был.


уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan