19 Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә.
Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны.
Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе.
Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.
– Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр.
Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә берәй урында йәшәгән ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе фәҡирләнһә, күңелегеҙҙе ҡатырмағыҙ, ярлы туғанығыҙ алдында усығыҙҙы йоммағыҙ.
Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.
Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ.
Был ҡалаларҙың барыһы ла бейек диуарҙар, ҡапҡалар һәм арҡыры һайғауҙар менән нығытылғайны, арала нығытмаһыҙ бик күп ҡалалар ҙа бар ине.
Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.
Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине.