Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:18 - Изге Яҙма

18 Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:18
7 Iomraidhean Croise  

Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.


Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды.


Ул көндө Шушан ҡәлғәһендә үлтерелгәндәрҙең һаны тураһында батшаға хәбәр ителде.


Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп рөхсәт бирһә, Шушандағы йәһүдтәргә иртәгә лә бөгөнгө бойороҡ буйынса эш итергә мөмкин булһын, ә Һамандың ун улының кәүҙәһе дар ағасына аҫып ҡуйылһын ине, – тип яуапланы.


Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.


Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны.


Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan