Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:17 - Изге Яҙма

17 Был адар айының ун өсөнсө көнөндә булды, ә ун дүртендә улар ял итте – был көн мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:17
5 Iomraidhean Croise  

Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды.


Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.


Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды.


Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.


Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan