Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:15 - Изге Яҙма

15 Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:15
10 Iomraidhean Croise  

Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.


Батша Эстер батшабикәгә: – Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене, шул иҫәптән Һамандың ун улын үлтереп юҡ иткән. Улар батшаның бүтән өлкәләрендә нимәләр ҡылды икән? Тағы ниндәй теләгең бар? Һорағаныңдың бөтәһен дә алырһың. Ниндәй үтенесең бар? Бөтәһе лә үтәлер, – тине.


Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп рөхсәт бирһә, Шушандағы йәһүдтәргә иртәгә лә бөгөнгө бойороҡ буйынса эш итергә мөмкин булһын, ә Һамандың ун улының кәүҙәһе дар ағасына аҫып ҡуйылһын ине, – тип яуапланы.


Батша был теләкте лә үтәргә бойорҙо. Шушанда йәнә фарман иғлан ителде. Һамандың ун улының кәүҙәһе дарға аҫып ҡуйылды.


Батшаның өлкәләрендә йәшәгән ҡалған йәһүдтәр ҙә, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлар һәм дошмандарынан арыныр өсөн, бергә йыйылып етмеш биш мең дошманын юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.


Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны.


Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ.


Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan