Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 9:1 - Изге Яҙма

1 Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 9:1
13 Iomraidhean Croise  

Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем.


Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны.


Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө.


Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә бының өсөн бер генә көн – ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнө билдәләнде.


Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине.


Был адар айының ун өсөнсө көнөндә булды, ә ун дүртендә улар ял итте – был көн мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.


Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.


Шул ваҡыт Петрус иҫенә килеп: «Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Һируд ҡулынан һәм йәһүд халҡы миңә бирергә теләгән язанан ҡотҡарҙы», – тип уйланы.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде, үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan