7 Ахашверош батша Эстер батшабикә менән йәһүд Мордехайға: – Мин Һамандың барлыҡ мал-мөлкәтен Эстерға бирҙем. Һамандың үҙен йәһүдтәргә ҡул һалырға ниәтләгәне өсөн дар ағасына аҫтырып ҡуйҙым.
Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
Батшаға хеҙмәт иткән алашарҙарҙың береһе Харвона: – Ана унда, Һамандың өйө эргәһендә, илле терһәк бейеклегендәге дар ағасы тора. Быны Һаман, батшаны иҫкәртеп, ғүмерен һаҡлап ҡалған Мордехайҙы аҫып ҡуйыр өсөн әҙерләткән, – тине. Батша: – Шунда үҙен аҫып ҡуйығыҙ! – тип бойорҙо.
Шул көндө Ахашверош батша Эстер батшабикәгә йәһүдтәрҙең дошманы булған Һамандың бөтә мал-мөлкәтен бирҙе. Мордехай иһә батша алдына килеп баҫты – Эстер уның үҙенә кем булғанын һөйләгәйне.
Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.
Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.