3 Эстер йәнә батшаға мөрәжәғәт итте: уның аяғына йығылып, күҙ йәштәре аша батшанан Агаг нәҫеленән булған Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы ҡорған залим ниәтенә юл ҡуймауын ялбарҙы.
Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.
Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.
Батша Һамандан систереп алған мөһөр йөҙөгөн, бармағынан сисеп, Мордехайға тапшырҙы. Эстер Мордехайҙы Һамандың мал-мөлкәтенә идара итергә тәғәйенләне.
Батша Эстерға алтын таяғын һуҙҙы. Эстер тороп баҫты ла батша алдына килеп:
Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы.
Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде, Йәш түгеп фатиха ялбарҙы! Бейт-Илдә Алла менән осрашты, Унда Алла беҙҙең менән һөйләште.
Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.
Шунан уның аяғына йығылып: – Мин генә ғәйеплемен, хакимым, – тине. – Ҡолоңа әйтергә рөхсәт итһәнә. Ҡолаҡ һалһаңсы ҡолоңдоң һүҙҙәренә.