Эстер 8:14 - Изге Яҙма14 Батшаның саптар аттарына атланған сапҡындар батша бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты. Фарман Шушан ҡәлғәһендә лә уҡып ишеттерелде. Faic an caibideil |
Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.