Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 8:11 - Изге Яҙма

11 Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 8:11
9 Iomraidhean Croise  

Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны.


Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.


Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!


Төпһөҙ һаҙлыҡҡа убылам, Аяғымды терәр ер тапмайым. Тәрән һыуҙарға юлыҡтым, Ағын инде баштан ашты.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan