10 Ахашверош батша исеменән яҙылған был хаттар, батша йөҙөгө менән мөһөрләнгәндән һуң, батшаның йылҡы өйөрөндәге иң саптар аттарға атланған сапҡындары менән оҙатылды.
Изевел Ахав исеменән хаттар яҙҙы ла, уның мисәтен ҡуйып, Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдарына һәм күренекле кешеләренә ебәрҙе.
Ун ике түрәнең һәр ҡайһыһы, үҙенә бирелгән бойороҡ буйынса, тәғәйен урынға екке аттары һәм саптар аттар өсөн арпа менән һалам килтереп торҙо.
Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була: «Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор.
Инде батша исеменән йәһүдтәргә ҡағылышлы үҙегеҙ теләгән бойороҡто яҙығыҙ ҙа уға батшаның мөһөр йөҙөгөн баҫығыҙ. Батша исеменән яҙылған һәм батша йөҙөгө менән мөһөр һуғылған ҡарарҙы һис кем юҡҡа сығара алмай, – тине.
Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.
Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?
Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.
Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.
Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.
Һинең менән ат һәм һыбайлыны, Яу арбаһын һәм күсерен ялпаштырам;
– Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем.
Эй батша, фарман сығарып, уға ҡулыңды ҡуй. Ул ҡарар, мадайҙар һәм фарсыларҙың үҙгәрмәҫ ҡануны кеүек үк, ғәмәлдән сығарылмаҫлыҡ булһын.