Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 8:1 - Изге Яҙма

1 Шул көндө Ахашверош батша Эстер батшабикәгә йәһүдтәрҙең дошманы булған Һамандың бөтә мал-мөлкәтен бирҙе. Мордехай иһә батша алдына килеп баҫты – Эстер уның үҙенә кем булғанын һөйләгәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 8:1
12 Iomraidhean Croise  

Ул саҡта Каршена, Шеҫар, Адмаҫа, Таршиш, Мерес, Марсена һәм Мемухан батшаның иң яҡындары була торғайны. Батшалыҡта иң юғары урындарҙы биләгән был ете Фарсы һәм Мадай түрәһе батша янына инеү хоҡуғына эйә ине.


Батша янына барырға нәүбәт Мордехайҙың ағаһы Авихаилдың етем ҡалғас үҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы Эстерға еткәс, Эстер батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай кәңәш иткәндән башҡа бер нәмә лә алманы. Эстерҙы күргән һәр кеше уға һоҡлана ине.


Мордехай ағаһының үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙы Һадассаны – уның икенсе исеме Эстер – тәрбиәләп үҫтергәйне. Эстер килеш-килбәте күркәм, төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙ ине. Ата-әсәһе вафат булғас, Мордехай уны үҙ тәрбиәһенә алғайны.


Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды.


Ахашверош батша Эстер батшабикә менән йәһүд Мордехайға: – Мин Һамандың барлыҡ мал-мөлкәтен Эстерға бирҙем. Һамандың үҙен йәһүдтәргә ҡул һалырға ниәтләгәне өсөн дар ағасына аҫтырып ҡуйҙым.


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.


Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan