Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 7:8 - Изге Яҙма

8 Батша баҡсанан табын янына әйләнеп инеүгә, Һамандың Эстерҙың диванына йөҙө менән ҡапланған булыуын күрҙе. Батша: – Етмәһә, минең күҙ алдымда, минең йортомда батшабикәгә ҡағылырға итәһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Батшаның әйтеүе булды – Һамандың йөҙөн ҡапланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 7:8
9 Iomraidhean Croise  

Был көндәр үткәс, батша Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә булған бөтә кешеләргә – олоһона ла, кесеһенә лә – батша һарайы баҡсаһында ете көнлөк мәжлес ҡорҙо.


Баҡсала мәрмәр бағаналарға көмөш божралар ярҙамында ап-аҡ етен һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөн бәйҙәр менән йоҡа етен һәм зәңгәр йөн туҡыманан шаршау тартылған. Дивандар алтын һәм көмөштән, иҙәнгә порфир, мәрмәр, мәрүәт һәм аҫыл таштар түшәлгәйне.


Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты.


Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.


Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң?


Эй һин, бәндә! Ҡара, Раббы һине бынан алып быраҡтырыр. Ул һине ныҡлап эләктереп алыр ҙа


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».


Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan