Башҡа йәһүд туғандарыбыҙ ниндәй ҡамырҙан яһалһа, беҙ ҙә шул уҡ ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ; беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уларҙың балалары кеүек. Ә бына беҙ үҙ улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡоллоҡҡа бирергә тейешбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһылары ҡоллоҡҡа төштө лә инде. Ә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ ҙа, йөҙөм баҡсаларыбыҙ ҙа башҡалар ҡулында, – тинеләр.