Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 7:3 - Изге Яҙма

3 Эстер батшабикә былай тип яуапланы: – Әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш килһәм, эй батшам, әгәр ҙә батша рәхим итеп минең үтенесемде үтәр булһа, минең ғүмеремде һаҡлаһын – бына мин унан нимә һорайым. Минең халҡымды һаҡлаһын – бына мин нимә хаҡында ялбарам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 7:3
9 Iomraidhean Croise  

– Беҙ Исраил батшаларын мәрхәмәтле батшалар тип ишеттек. Билебеҙгә ҡыл туҡыма урап, башыбыҙға бау тағып, Исраил батшаһына барайыҡмы әллә? Бәлки, ул һине тере ҡалдырыр? – тине ярандары Бен-Һададҡа.


Батша яугирҙәре менән бергә өсөнсө илле башын ебәрҙе. Өсөнсө илле башы тауға менде лә Ильяс алдында тубыҡланып: – Эй Алла бәндәһе! Беҙ фәҡирҙәреңдең, минең һәм был илле яугирҙең йәненә ҡарата мәрхәмәтле булһаңсы, – тип ялбарҙы. –


Ул йәһүдтәрҙе ҡырыу тураһында Шушанда иғлан ителгән фармандың күсермәһен Һаҫахҡа бирҙе, уны Эстерға күрһәтергә һәм барыһын да төшөндөрөргә ҡушты: әйҙә Эстер батша янына инһен, халҡы өсөн ялбарып мәрхәмәтен һораһын.


әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.


Батша ярһып табындан тороп китте лә һарай баҡсаһына сыҡты, ә Һаман, Эстер батшабикәнән ғүмерен өҙмәүен ялбарыр өсөн, эстә ҡалды: ул батшаның ҡәтғи ҡарарға килгәнен аңлағайны.


– Әгәр ҙә батша мәғҡул күрһә, мин уның мәрхәмәтен ҡаҙанған булһам, был эште батша дөрөҫ тип тапһа һәм мине хуш күрһә, Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һамандың батшаның бөтә өлкәләрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөү өсөн яҙған хаттарын юҡҡа сығарыу тураһында фарман яҙылһын ине.


– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


уларға: «Мине Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен, тип ялбарҙым», – тиерһең.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan