1 Батша менән Һаман йәнә Эстер батшабикәнең табынына килде.
Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.
әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.
Улар шулай һөйләшеп тә бөтмәне, батша алашарҙары Һаманды ҡабаландырып Эстер ойошторған табынға алып китте.
Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.