6 Һаман ингәс, батша унан: – Хөрмәт күрһәтергә теләгән кешеһе өсөн батша нимә эшләй ала? – тип һораны. Һаман: «Батша минән башҡа кемгә хөрмәт күрһәтергә теләһен?» – тип уйланы.
Батша уларҙан: – Ахашверош батшаның алашарҙар аша әйттерелгән бойороғон һанға һуҡмаған Вашти батшабикәне ҡанун буйынса ни эшләтергә? – тип һораны.
Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне.
Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне.
Хеҙмәтселәр батшаға: – Ишек алдында Һаман тора, – тип яуапланы. Батша: – Бында керһен, – тине.
Батшаға яуап итеп ул: – Батша хөрмәт күрһәтергә теләй икән, әйҙә былай ителһен:
Был кейем һәм ат батшаның иң затлы түрәләренең берәүһенә бирелһен. Ә ул был кейемде батша хөрмәт күрһәтергә теләгән теге кешегә кейҙерһен, атҡа атландырһын да атты ҡала майҙаны буйлап йөрөтһөн, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» тип һөрәнләһен, – тине.
Сөнки томананы кирелеге харап итер, аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр.
Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.
Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була.
«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.
Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».
Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.
Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.
Һине лә, уны ла саҡырған хужа, эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың.