5 Хеҙмәтселәр батшаға: – Ишек алдында Һаман тора, – тип яуапланы. Батша: – Бында керһен, – тине.
Батша: – Ишек алдында кем бар? – тип һораны. Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне.
Һаман ингәс, батша унан: – Хөрмәт күрһәтергә теләгән кешеһе өсөн батша нимә эшләй ала? – тип һораны. Һаман: «Батша минән башҡа кемгә хөрмәт күрһәтергә теләһен?» – тип уйланы.