Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 6:4 - Изге Яҙма

4 Батша: – Ишек алдында кем бар? – тип һораны. Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 6:4
12 Iomraidhean Croise  

– Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ.


Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.


Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты.


Батша: – Бының өсөн Мордехайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде, уны берәй төрлө ҙурланылармы? – тип һораны. Батша хеҙмәтендә тороусылар уға: – Юҡ, уға бер нәмә лә эшләнмәне, – тип яуап бирҙе.


Хеҙмәтселәр батшаға: – Ишек алдында Һаман тора, – тип яуапланы. Батша: – Бында керһен, – тине.


Батшаға хеҙмәт иткән алашарҙарҙың береһе Харвона: – Ана унда, Һамандың өйө эргәһендә, илле терһәк бейеклегендәге дар ағасы тора. Быны Һаман, батшаны иҫкәртеп, ғүмерен һаҡлап ҡалған Мордехайҙы аҫып ҡуйыр өсөн әҙерләткән, – тине. Батша: – Шунда үҙен аҫып ҡуйығыҙ! – тип бойорҙо.


Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә, Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя.


Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!


Раббы күңеле китек булғандарға яҡын, Ул рухы һынғандарҙы ҡотҡарыр.


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan