Эстер 6:3 - Изге Яҙма3 Батша: – Бының өсөн Мордехайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде, уны берәй төрлө ҙурланылармы? – тип һораны. Батша хеҙмәтендә тороусылар уға: – Юҡ, уға бер нәмә лә эшләнмәне, – тип яуап бирҙе. Faic an caibideil |
Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.