Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 6:13 - Изге Яҙма

13 Ул ҡатыны Зерешҡа һәм барлыҡ дуҫтарына үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе. Аҡыл биреүсе дуҫтары менән ҡатыны Зереш уға: – Әгәр ҙә һинең түбән тәгәрәүеңә сәбәп булған Мордехай йәһүдтәр затынан икән, һинең уға ҡаршы торорға көсөң етмәҫ, еңелерһең, – тинеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 6:13
16 Iomraidhean Croise  

Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне.


Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.


Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы.


Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.


«Бындай һүҙҙәрҙе мин күп ишеттем, Һеҙ барығыҙ ҙа бахыр йыуатыусылар.


Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.


Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.


Батша был һүҙҙәргә бик ныҡ асыуланды һәм Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен ҡырып бөтөрөргә бойорҙо.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Раббы Йәһүҙәне изге тупраҡтағы Үҙ өлөшө булараҡ биләмә итеп алыр, ә Йәрүсәлим тағы Раббының Үҙенә һайлап алған ҡалаһы булыр.


Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan