Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 6:11 - Изге Яҙма

11 Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 6:11
9 Iomraidhean Croise  

Шунан һуң Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре Дарий батшаның бойороғон бер һүҙһеҙ үтәне.


Батша Һаманға: – Тиҙ генә үҙең әйткән кейем менән атты ал да батша ҡапҡаһы төбөндә ултырған йәһүд Мордехай өсөн шуларҙың бөтәһен дә эшлә. Барыһын да үҙең әйткәнсә эшлә, береһен дә ҡалдырма, – тине.


Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты.


Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.


Бөтә өлкәләрҙең түрәләре, батша һанаттары, өлкә башлыҡтары һәм батша хеҙмәткәрҙәре, Мордехайҙан ҡурҡып, йәһүдтәрҙе яҡлап сыҡты.


Инжир ағасын ҡарап үҫтергән уның емешен ашар, хужаһын хәстәрләгән – хөрмәт ҡаҙаныр.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе.


Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan