10 Батша Һаманға: – Тиҙ генә үҙең әйткән кейем менән атты ал да батша ҡапҡаһы төбөндә ултырған йәһүд Мордехай өсөн шуларҙың бөтәһен дә эшлә. Барыһын да үҙең әйткәнсә эшлә, береһен дә ҡалдырма, – тине.
Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине.
Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне.
Был кейем һәм ат батшаның иң затлы түрәләренең берәүһенә бирелһен. Ә ул был кейемде батша хөрмәт күрһәтергә теләгән теге кешегә кейҙерһен, атҡа атландырһын да атты ҡала майҙаны буйлап йөрөтһөн, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» тип һөрәнләһен, – тине.
Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.