Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 6:1 - Изге Яҙма

1 Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 6:1
12 Iomraidhean Croise  

Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Уның бөтә данлы һәм ҡаһарман эштәре, Мордехайҙы ниндәй үрҙәргә күтәреүе – бөтәһе лә Мадай һәм Фарсы батшаларының йылъяҙмалар китабына яҙылған.


Шулай итеп, Мордехай батша ҡапҡаһы янында ултырған саҡта, батшаның ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ике алашар – Бигҫан менән Тереш, батшаға асыуланып, уға ҡул һалырға ниәтләне.


Мордехай был турала белеп ҡалып, Эстер батшабикәгә еткерҙе, ә Эстер Мордехай исеменән бөтәһен дә батшаға һөйләп бирҙе.


Эште тикшереп, бының ысын икәнен асыҡланылар һәм теге икәүҙе дарға аҫтылар. Быларҙың бөтәһе лә батшаның күҙ алдында батшалыҡтың йылъяҙмалар китабына теркәп ҡуйылды.


әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.


Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!


Батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Навуходоносор төш күрҙе; йән тыныслығын юғалтып, тамам йоҡоһо ҡасты.


Шунан батша үҙ һарайына ҡайтып китте, ашамай-эсмәй, күңел асмай төн үткәрҙе, уны бөтөнләй йоҡо алманы.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan