Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 5:8 - Изге Яҙма

8 әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 5:8
8 Iomraidhean Croise  

Вашти батшабикә лә Ахашверош батша һарайында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым табын ҡорҙо.


Тағы ла ул былай тине: – Бына Эстер батшабикә лә ойошторған табынына батша менән барыу өсөн минән башҡа берәүҙе лә лайыҡ күрмәне! Иртәгә лә ул мине батша менән бергә табынға саҡырҙы.


Эстер былай тип яуапланы: – Теләгем менән үтенесем шул:


Батша менән Һаман йәнә Эстер батшабикәнең табынына килде.


Эстер батшабикә былай тип яуапланы: – Әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш килһәм, эй батшам, әгәр ҙә батша рәхим итеп минең үтенесемде үтәр булһа, минең ғүмеремде һаҡлаһын – бына мин унан нимә һорайым. Минең халҡымды һаҡлаһын – бына мин нимә хаҡында ялбарам.


– Әгәр ҙә батша мәғҡул күрһә, мин уның мәрхәмәтен ҡаҙанған булһам, был эште батша дөрөҫ тип тапһа һәм мине хуш күрһә, Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һамандың батшаның бөтә өлкәләрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөү өсөн яҙған хаттарын юҡҡа сығарыу тураһында фарман яҙылһын ине.


Кеше үҙ юлын үҙе һайлай, әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan