Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 5:1 - Изге Яҙма

1 Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 5:1
14 Iomraidhean Croise  

башына таж кейгән Ваштиҙы үҙ хозурына алып килергә бойорҙо. Ул батшабикәнең гүзәллеген халыҡҡа һәм вәзир-бәктәргә күрһәтергә теләгәйне, сөнки батшабикә, ысынлап та, ифрат сибәр ине.


Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.


– Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Мордехай бынан китеп, бөтәһен дә Эстер ҡушҡанса эшләне.


Батша: – Ишек алдында кем бар? – тип һораны. Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне.


Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.


– Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға бойороҡ бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan