6 Һаҫах батша һарайының ҡапҡаһы алдындағы ҡала майҙанына Мордехай янына сыҡты.
Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.
Шунан һуң Эстер, батша тарафынан үҙенә беркетелгән алашарҙарҙың береһе Һаҫахты саҡырып алып, Мордехай менән ни булғанын, уның ни өсөн шулай эшләгәнен белешергә ебәрҙе.
Мордехай Һаҫахҡа үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе һәм Һамандың йәһүдтәрҙе ҡырыу өсөн батша ҡаҙнаһына күпме көмөш вәғәҙә иткәнен әйтте.
Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.
Батша Эстер батшабикәгә: – Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене, шул иҫәптән Һамандың ун улын үлтереп юҡ иткән. Улар батшаның бүтән өлкәләрендә нимәләр ҡылды икән? Тағы ниндәй теләгең бар? Һорағаныңдың бөтәһен дә алырһың. Ниндәй үтенесең бар? Бөтәһе лә үтәлер, – тине.