13 Мордехай Эстерға былай тип еткерергә ҡушты: – Унда, батша һарайында, йәһүдтәрҙән бер үҙем генә иҫән ҡалырмын, тип уйлама.
Эстерҙың был һүҙҙәрен Мордехайға еткерҙеләр.
Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.
Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.
Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.
Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.