Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 4:1 - Изге Яҙма

1 Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 4:1
27 Iomraidhean Croise  

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғаяз әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе лә атаһынан: – Улайһа, мине лә бәхиллә, атай! – тип үтенде.


Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.


Быны ишеткәс, Дауыт ҡайғынан өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы, уның эргәһендәге кешеләр ҙә шулай эшләне.


Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы.


Ул, батша һарайының ҡапҡаһы янына килеп еткәс, туҡтап ҡалды, сөнки тупаҫ туҡымаға төрөнгән килеш эскә инергә ярамай ине.


Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы.


Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».


Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле, Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә. Шуға ла Моав яугирҙәре илаша, Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған.


Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ».


Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде.


Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡыма уранғайны.


Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?


Бына ҡылыс ҡулға ҡыҫып тотор өсөн Сарланырға бирелде, Үткерләп ялтыратылды, Үлтереүсе ҡулы өсөн әҙерләнде.


Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә.


Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.


Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.


Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.


– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине.


Илселәр Барнабас менән Паулус был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртҡысланы, халыҡ төркөмөнә ташланып:


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan