9 Әгәр батша хуш күрһә, уларҙы юҡ итеү тураһында фарман сығарһын. Мин ун мең талант көмөштө ҡаҙнасылар ҡулына алып барып бирермен. Улар был көмөштө батшабыҙ ҡаҙнаһына тапшырыр, – тине.
Ибраһим, Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса, дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе.
Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе.
Һаман Ахашверош батшаға: – Һинең батшалығыңдың бөтә өлкәләрендәге башҡа халыҡтар араһына һибелеп таралған, ләкин уларҙан айырым йәшәгән халыҡ бар. Уларҙың ҡанундары бүтән халыҡтарҙыҡына оҡшамаған, улар батша ҡанундарын да үтәмәй. Батшаға бының менән килешеп йәшәү ярай торған эш түгел.
Мордехай Һаҫахҡа үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе һәм Һамандың йәһүдтәрҙе ҡырыу өсөн батша ҡаҙнаһына күпме көмөш вәғәҙә иткәнен әйтте.
Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.
Шул саҡ ҡайһы бер халдейҙар, килеп, йәһүдтәрҙе ошаҡланы.
Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр.