3 Батша ҡапҡаһы янында булған һарай әһелдәре Мордехайҙан: – Ниңә һин батша бойороғон һанға һуҡмайһың? – тип һорар ине.
Ҡыҙҙарҙы икенсе мәртәбә йыйған ваҡытта, Мордехай батша һарайының ҡапҡаһы янында ултыра ине.
Батша бойороғона күрә батша һарайының ҡапҡаһы янында булған барлыҡ һарай әһелдәре Һаман алдында теҙ сүгеп, йөҙҙәре менән ергә ҡапланыр ине. Ә Мордехай теҙ ҙә сүкмәне, йөҙтүбән ергә лә ҡапланманы.
Улар көн дә шул һорауҙы ҡабатлай, ләкин Мордехай быға әһәмиәт бирмәй. Шунан улар, Мордехай үҙ һүҙендә торормо-юҡмы икәнен белергә теләп, был хаҡта Һаманға еткерҙе, сөнки Мордехай уларға үҙенең йәһүд икәнен һөйләгәйне инде.
Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне.