2 Батша бойороғона күрә батша һарайының ҡапҡаһы янында булған барлыҡ һарай әһелдәре Һаман алдында теҙ сүгеп, йөҙҙәре менән ергә ҡапланыр ине. Ә Мордехай теҙ ҙә сүкмәне, йөҙтүбән ергә лә ҡапланманы.
Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.
Ҡыҙҙарҙы икенсе мәртәбә йыйған ваҡытта, Мордехай батша һарайының ҡапҡаһы янында ултыра ине.
Шулай итеп, Мордехай батша ҡапҡаһы янында ултырған саҡта, батшаның ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ике алашар – Бигҫан менән Тереш, батшаға асыуланып, уға ҡул һалырға ниәтләне.
Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.
Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
Батша ҡапҡаһы янында булған һарай әһелдәре Мордехайҙан: – Ниңә һин батша бойороғон һанға һуҡмайһың? – тип һорар ине.
Һаман, Мордехайҙың үҙе алдында теҙ сүкмәгәнен һәм йөҙтүбән ергә ҡапланмағанын күреп, бик ҡаты асыуланды.
Ул көндө Һаман табындан ҡәнәғәт булып, ҡыуанып сыҡты. Ләкин, батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә Мордехайҙы күргәс, тегеһе уның алдында тороп баҫыу ғына түгел, хатта һелкенмәгәс тә, Һамандың Мордехайға асыуы ҡайнаны.
Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.
Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!
Унан: «Раббының тәхетенә ҡаршы ҡул һуҙылғайны, Раббы быуындан-быуынға ғәмәлектәр менән һуғышасаҡ», – тине.
Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны!
Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтәһе лә теҙләнһен,
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.