15 Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.
Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.
Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһатты һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшырҙы.
Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға
– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.
Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.
Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм, Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм.
сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.
Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә, яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша.
Батшаларға, Лемуил, батшаларға түгел шарап эсеү, хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү;
Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.
Батша байрамында улар батшаны һәм түрәләрен Шарап ағыуын эсереп ауырыта. Ә батша һөмһөҙҙәргә ҡул һуҙа.
Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп, Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ, Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.
Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.