Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 3:13 - Изге Яҙма

13 Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 3:13
14 Iomraidhean Croise  

Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була: «Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор.


Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.


– Әгәр ҙә батша мәғҡул күрһә, мин уның мәрхәмәтен ҡаҙанған булһам, был эште батша дөрөҫ тип тапһа һәм мине хуш күрһә, Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һамандың батшаның бөтә өлкәләрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөү өсөн яҙған хаттарын юҡҡа сығарыу тураһында фарман яҙылһын ине.


Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды.


Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр.


Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Сапҡын артынан сапҡын елдерә, Илсе артынан илсе саба. Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен: «Ҡалабыҙ баҫып алынды,


Аяҡтары ҡан ҡойошҡа ашыға,


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.


Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan