Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 3:1 - Изге Яҙма

1 Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 3:1
15 Iomraidhean Croise  

Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.


Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул: – Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине.


Һин батшанан һәм уның ете кәңәшсеһе исеменән үҙ Аллаң ҡанунының Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдә нисек үтәлеүен асыҡларға


Ул саҡта Каршена, Шеҫар, Адмаҫа, Таршиш, Мерес, Марсена һәм Мемухан батшаның иң яҡындары була торғайны. Батшалыҡта иң юғары урындарҙы биләгән был ете Фарсы һәм Мадай түрәһе батша янына инеү хоҡуғына эйә ине.


Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе.


Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне.


Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды.


Эстер йәнә батшаға мөрәжәғәт итте: уның аяғына йығылып, күҙ йәштәре аша батшанан Агаг нәҫеленән булған Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы ҡорған залим ниәтенә юл ҡуймауын ялбарҙы.


Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә, яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша.


ахмаҡтар – юғарыла, байҙар иһә аҫта ултыра.


Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-юғалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды.


Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер.


Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе.


Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan