Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 2:9 - Изге Яҙма

9 Был ҡыҙ Гегайҙың күңеленә хуш килеп, уның илтифатын яуланы. Гегай Эстерға шунда уҡ биҙәнеү-матурланыу өсөн еҫле майҙар һәм тейешле ризыҡ бирҙе, батша һарайынан уға хеҙмәт итергә лайыҡ ете ҡыҙ тәғәйенләне һәм хеҙмәтселәре менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар йортоноң иң яҡшы бүлмәһенә урынлаштырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 2:9
12 Iomraidhean Croise  

Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.


Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.


Һәр ҡыҙ, Ахашверош батша янына барырға сират еткәнсе, ун ике ай буйы әҙерләнә. Матурланыу ваҡыты шул саҡлыға һуҙыла: алты ай мирра майы, алты ай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тәғәйенләнгән башҡа хуш еҫле майҙар менән һөртөнөргә кәрәк була.


Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.


Батша Эстер батшабикәнең ихатала баҫып торғанын күргәс, күңелендә уға ҡарата мәрхәмәт уянды. Ул ҡулындағы алтын таяғын Эстерға табан һуҙҙы. Эстер яҡын килеп, таяҡтың осона ҡағылды.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды,


уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan