Эстер 2:8 - Изге Яҙма8 Батша бойороғо иғлан ителгәс, бик күп ҡыҙҙар Шушан ҡәлғәһенә йыйып килтерелеп, Гегай ҡарамағына тапшырылды. Шул ваҡытта Эстер ҙа һарайға алынды, батша ҡатындарын бағыусы Гегайҙың ҡул аҫтына бирелде. Faic an caibideil |
Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.