Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 2:5 - Изге Яҙма

5 Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 2:5
10 Iomraidhean Croise  

Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.


Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө.


Ул көндәрҙә Шушан ҡалаһындағы ҡәлғәлә батша тәхетендә ултырған Ахашверош


Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды.


Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.


Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы батшаға нығыраҡ оҡшай, шул Вашти урынына батшабикә булһын. Был һүҙҙәр батшаның күңеленә хуш килде һәм ул шулай эшләне.


Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.


Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan