Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 2:3 - Изге Яҙма

3 Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 2:3
7 Iomraidhean Croise  

Ҡыҙҙарҙы икенсе мәртәбә йыйған ваҡытта, Мордехай батша һарайының ҡапҡаһы янында ултыра ине.


Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы батшаға нығыраҡ оҡшай, шул Вашти урынына батшабикә булһын. Был һүҙҙәр батшаның күңеленә хуш килде һәм ул шулай эшләне.


Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan