Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Эстер 2:23 - Изге Яҙма

23 Эште тикшереп, бының ысын икәнен асыҡланылар һәм теге икәүҙе дарға аҫтылар. Быларҙың бөтәһе лә батшаның күҙ алдында батшалыҡтың йылъяҙмалар китабына теркәп ҡуйылды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Эстер 2:23
11 Iomraidhean Croise  

Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.


ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды.


Ата-бабаларыңдың яҙмаларын тикшереп ҡараһындар, шунан белерһең, был ҡала фетнәсел һәм батшаларға үә өлкәләргә ҡарата зыянлы. Борон-борондан алып улар яғынан ғауғалар булып килгәнгә күрә, был ҡала юҡ ителгән.


Уның бөтә данлы һәм ҡаһарман эштәре, Мордехайҙы ниндәй үрҙәргә күтәреүе – бөтәһе лә Мадай һәм Фарсы батшаларының йылъяҙмалар китабына яҙылған.


Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты.


Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо.


Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan