21 Шулай итеп, Мордехай батша ҡапҡаһы янында ултырған саҡта, батшаның ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ике алашар – Бигҫан менән Тереш, батшаға асыуланып, уға ҡул һалырға ниәтләне.
Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –
Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.
Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.
Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны һарайында үлтерҙе.
Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.
Ҡыҙҙарҙы икенсе мәртәбә йыйған ваҡытта, Мордехай батша һарайының ҡапҡаһы янында ултыра ине.
Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо.
Унда Мордехайҙың Ахашверош батшаны үлтерергә ниәтләгән теге ике алашарҙы – ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән Бигҫан менән Терешты – фашлағаны хаҡында ла яҙылғайны.
Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.
Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.