Эстер 2:14 - Изге Яҙма14 Кис көнө ҡыҙ батша янына инә, иртәнсәк инде батша ҡатындары өсөн тәғәйенләнгән башҡа йортҡа, батшаның йәриәләр һаҡсыһы Шағашгаз алашар күҙәтеүе аҫтына килтерелә. Әгәр ҡыҙҙы батша бик үк оҡшатып бөтмәһә һәм исемен атап ҡабат саҡырмаһа, ул ҡыҙ батша янына бүтәнсә инә алмай. Faic an caibideil |
– Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ.